Башҡортостанда Сосновский балтырғанына ҡаршы көрәш миҙгеле башланды
Башҡортостанда Сосновский балтырғаны менән көрәш миҙгеле башланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был үҫемлектең һуты хәүефле һәм ағыулы, тәнде яндыра.
Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең республика филиалынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә белгестәр Тәтешле районында зарарланған биләмәләрҙе химик эшкәртеү эшенә тотонған.
Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, тап ошо районда Сосновский балтырғаны киң таралған.
Ошо үҫемлек баҫып алған ерҙәрҙе тикшереүгә ярашлы, быйыл Яңауыл, Балтас, Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Дыуан райондарында яҡынса 64 гектар майҙанда балтырған үҫеүе асыҡланған.
Бер йыл элек ул 67 гектарҙа таралған булған.