Ҡотлайбыҙ!22.06.2012
Ҡотлайбыҙ!Йәмле Күгәрсен районының Яңауыл ауылында йәшәүсе Фәйрүзә Сафиулла ҡыҙы һәм Мөхәммәт Ғәйепйән улы Яҡуповтарҙың ошо көндәрҙә бергә ғүмер кисереүенә — 50 йыл. Алтын туйҙары менән ҡотлап, ҡәҙерлеләребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай оҙон бәхетле ғүмер, гел шулай пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, барлыҡ туғандарға, яҡындарға күңел йылығыҙҙы өләшеп, байлыҡта, муллыҡта, күңел көрлөгөндә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ғүмер оҙон, йылдар тыныс булһын,
Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын.
Сәләмәтлек, шатлыҡтарҙың
Бирһен Хоҙай һеҙгә иң-иң ҙурыһын!
Һеҙ бит беҙгә был тормоштоң йәме,
Ауыр саҡта оло бер терәк.
Оҙон ғүмер һеҙгә, имен ҡартлыҡ
Был тормошта һеҙ бит бик кәрәк.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балалары һәм туғандары исеменән Өфөлә йәшәгән улы, килене һәм ейәндәре.


Вернуться назад