Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә27.05.2025

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда киләһе эш аҙнаһы бер көнгә ҡыҫҡараҡ була, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында. Йома, 6 июндә, Ҡорбан байрамы билдәләнә, ул республикала ял көнө булып иҫәпләнә.


Йыллыҡ түләүле отпуск алғанда 6 июнь календарь ял көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла. Кесаҙна, 5 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.


Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова әйтеүенсә, Ҡорбан байрамында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә (график буйынса, вахта һәм башҡалар) икеләтә эш хаҡы түләнергә тейеш.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-27/sleduyuschaya-nedelya-v-bashkirii-budet-korotkoy-4251263


 


 



Вернуться назад