Башҡортостанда Корнеевтар ғаиләһендә икенсе «батша игеҙәктәре» тыуған27.05.2025

Башҡортостанда Корнеевтар ғаиләһендә икенсе «батша игеҙәктәре» тыуған

Башҡортостанда Корнеевтар ғаиләһендә икенсе «батша игеҙәктәре» донъяға килгән.


Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, Өфөнөң перинаталь үҙәгендә тыуған сабыйҙар –  ғәжәйеп клиник осраҡ.


«Әлеге заманда игеҙәктәр йыш тыуып тора. Был ЭКО программаларын әүҙем индереү менән бәйле. Корнеевтар ғаиләһендә – икенсе тапҡыр рәттән «батша игеҙәктәре», әсә тәбиғи юл менән ауырға ҡалған. Мөғжизә! Ошо ишле һәм татыу ғаиләне икеләтә бәхетле ваҡиға менән ҡотлайым!» —тип яҙа министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


Шулай итеп, хәҙер Корнеевтар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Өлкәне – малай, унан һуң ике йыл элек тыуған игеҙәктәр (малай һәм ҡыҙ), бына әле лә игеҙ балалар.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-27/v-semie-korneevyh-iz-bashkirii-rodilas-vtoraya-korolevskaya-dvoynya-4251308



Вернуться назад