— Ә һин бесәй ҡарғышына ышанаһыңмы? — тип һорап ҡуйҙы көтмәгәндә күптәнге танышым Руфина.
— Кит инде, — тим. — Әлеге заманда бесәй халҡынан да ҡурҡып йәшәгән кеше бармы?
— Ә юлыңды ҡара бесәй киҫеп үтһә нишләйһең, шикләнәһең бит, әйт? — тип һаман үҙенекен тылҡый әхирәтем.
Быныһы менән килешмәйенсә булмай: юлыбыҙ ҡара бесәй менән киҫешкәндә, башҡа яҡҡараҡ боролоп киткән саҡтар ҙа булғылай, йәшермәйем. Бүтән кешеләрҙең дә был осраҡта йә төймәгә тотоноуын, йә кепкаларын әйләндереп кейеүен, һул яурыны аша төкөрөнөп китеүен күреп тә аптырайым. Ҡайһы берәүҙәр хатта ҡара бесәй киҫеп киткән һыҙыҡҡа еткәнсе, аҙымдарын әкренәйтеп, кемдеңдер үҙенән алда үтеүен көтә. Руфинаны был ниңә борсой һуң әле?
— Серемде кемгәлер асҡым килә. Башҡа кешегә һөйләһәм, көлкөгә ҡалдырырҙар, аңламаҫтар кеүек. Һин дә, бәлки, ышанмаҫһың, — тип күңелен асып һалды иптәш ҡыҙым.
Ул һөйләй, мин ауыҙымды асып тыңлайым.
“Сәлим менән яңы өйләнешкән сағыбыҙ. Икебеҙ ҙә ауыл балаһы, етмәһә — студенттар. Ҡайҙа инде фатир алыу! Атай-әсәйҙәребеҙ ярҙамы менән ҡала ситендә түләп тороу өсөн ҙур булмаған йорт таптыҡ. Хужа кеше бик мөләйем, хаҡын да ҡиммәт ҡуйманы, йәлләне булһа кәрәк. Өҫтәүенә өй эргәһендәге баҡсаны ла беҙгә тапшырҙы. Йорттағы бесәй ҙә ваҡытлыса беҙҙең ҡарамаҡҡа ҡалды. Бөтөнләй ауылса йәшәп киттек ҡалала. Уҡыуҙан ҡайтабыҙ ҙа баҡсала ҡаҙынабыҙ: картуф, һуған, ҡыяр кеүек йәшелсә үҫтерә башланыҡ. Ауылда эшкә күнегелгән бит, бик ҡәнәғәт булдыҡ был йорттан. Күрше Иван ҡарт менән дә дуҫлаштыҡ. Ул, тәмәкеһен туҡтауһыҙ һурып, ҡойма аша ғына беҙгә баҡсасылыҡ серҙәрен өйрәтте.
Шулай ҡышҡа ла аяҡ баҫтыҡ. Бер ваҡыт Мыраубикәбеҙ йомролана башланы. Ике бәләкәй бесәй балаһының донъяға килеүе беҙҙе тамам аптыратты. Был өйҙә ваҡытлыса ғына торабыҙ бит, күсеп киткәндә быларҙы ҡайҙа ҡуйырбыҙ, каникул ваҡытында астан үлерҙәр бит, тип уйлаштыҡ та хужаға шылтыраттыҡ.
— Борсолмағыҙ юҡ өсөн, — ти хужа ҡатын. — Ҡар өҫтөнә сығарып ҡуйһағыҙ, уларҙы шунда уҡ ҡарға алып китә. Беҙ йыл һайын шулай эшләйбеҙ...
Ике бәләкәй генә һуҡыр йән эйәһен ҡар өҫтөнә ырғыттым. Һыуыҡ көн, тышта көтөп ултырмайһың бит инде ҡарға осоп килгәнен.
Тупһанан атлап өйгә уҙыуым булды, тәҙрә төбөндә ултырған бесәй миңә яман итеп ҡараны. Миңә түгел, йөрәгемә ҡараны кеүек. Ошо ҡарашты мин нисәмә йылдар онота алманым. Ғәжәпләнеү ҙә, асыуланыу ҙа, сикһеҙ моң-һағыш та бар ине был ҡарашта. Мин хатта тертләп киттем, үҙемдән үҙем оялып, яңынан урамға сығып йүгерҙем.
Ҡарғалар килмәгән икән. Бесәй балалары бер-береһенә һыйынып ҡына ултыра. Минең бәргеләнеп йөрөүемде күргән Иван ҡарт бер һүҙһеҙ генә ҡойма аша һикереп төштө лә, бәләкәстәрҙе ҙур усына һалып, сығып китте. Нишләткәндер уларҙы, уныһын белмәйем, ләкин ошо көндө мин бесәйҙән ҡарғыш алыуымды аңланым.
Беҙҙең биш йыл сабыйыбыҙ булманы. Икебеҙ ҙә һау-сәләмәт, быға кәртә булырлыҡ бер ниндәй ҙә сәбәп табылманы. Тикшереүсе табиптар “дауаларлыҡ сирегеҙ юҡ” тип кире борҙо беҙҙе. Сир ҙә юҡ, бала ла юҡ...
Күп йәш түгелде. Балаһыҙ ғүмер кисереүҙең бер мәғәнәһе лә юҡ. Эстән генә теге бесәйҙән көн һайын ғәфү үтендем. Һәм ул мине, ниһайәт, ғәфү итте, буғай. Дауамын инде һин үҙең дә беләһең...”
Руфинаның беләгемә ҡағылыуынан һиҫкәнеп киттем.
Бына һиңә, мә! Ысынлап та, рәнйергә хаҡлы булған бесәй. Уның да йәшәргә, балаларын наҙлап үҫтерергә тулы хоҡуғы бар.
Хәҙер инде мин дә бесәйҙәргә иғтибар менән ҡарай башланым. Уларҙың ҡара төҫтәгеләренә булған мөнәсәбәт бик оҙон тарихлы икән дә баһа!
Ҡара бесәйҙәрҙең ҡара көсөнә ышаныу күп халыҡтарҙа таралған. Ен-пәрейҙәр тураһындағы боронғо сығанаҡтарҙа кешенең ҡара бесәйгә әүерелеү осраҡтары тасуирланған.
Поляктар ауырыу кеше ятҡан бүлмәгә ҡара бесәй инеүен насарға юраған. Славяндар ҙа ҡара бесәйҙәрҙе өнәп бөтөрмәгән, хатта мул уңыш көткәндә был йән эйәләрен ергә тереләй күмеп ҡорбан иткән. Бесәйҙәрҙе йәш ҡыҙҙар менән бергә күмеү осраҡтары ла теркәлгән. Рәсәйҙә ҡара бесәй һөйәгенән бетеү яһау ғәҙәткә әйләнгән. Бындай тылсым кешене яман күҙҙән һәм ен-пәрейҙәрҙән һаҡлаған, имеш. Айҙың ун өсөнсө көнөнөң төн уртаһында тотолған бесәй һөйәктәрен ҡулланып (сихырлап), ғашиҡ иттертеп тә булған, тиҙәр.
ХIV быуатта инквизитор, “ен ҡарсығы” тип табылған ҡатындар менән бергә, уларҙың ярҙамсыһы тип уйлап, ҡара бесәйҙәрҙе лә яндырған. Йөҙәр мең бәхетһеҙ йән утҡа осҡан. Рим папаһы Иннокентий VIII-ҙең бесәйҙәргә атап әйткән “иблис менән һүҙ ҡуйышҡан мәжүсиҙәр хайуаны” тигән һүҙе тарихта ҡалған.
Яндырыуҙар бөтә Европаға таралған булған. Мәҫәлән, Францияла ХV быуатта 14 бесәй менән бер “ен ҡарсығы”н ситлеккә бикләп, усаҡ өҫтөнә элгәндәр. Халыҡ был тамашаны бик теләп ҡараған. Тарихтан билдәле булыуынса, Франция королдәре лә (Людовик ХI-ҙән Людовик ХV-кә тиклем) бындай “тамаша”ларға йөрөүҙән баш тартмаған. Бер ваҡыт Людовик ХIII атаһы Генрих IV-тән бесәйҙәрҙе яндырмауын үтенгән һәм ике йылға был хайуандарға ирек яулаған, ләкин һуңынан үҙе үк был тупаҫ йоланы яңынан дауам иткән.
Ҡара бесәйҙәрҙең сихыр көсөнә кешеләр шул тиклем ныҡ ышанған, хатта йорт төҙөгәндә диуарҙар эсенә тере бесәйҙәрҙе һалып ҡалдырған. Бесәй итен йыш ҡына сихырлауҙа, ауыр сирҙән дауалағанда ҡулланғандар.
Үткән быуат башында АҠШ-тың бер төбәгендә үлгән бесәйҙәрҙе ауыл ситендә урынлашҡан урманға күмгәндәр, шуның менән ауыл халҡын сөйәл сығыуҙан ҡотҡарырға тырышҡандар. Был йола тураһында Марк Твендың “Приключения Тома Сойера” китабында ла әйтеп үтелә.
Англия короле Карл I-ҙең яратҡан бесәйе булыуы билдәле. Король уның үҙ тормошона ыңғай тәьҫир итеүенә бик ышанған, шуға һаҡсылар йәнлекте һаҡлап ҡына тотҡан. Бесәйҙең үлемен король бик ауыр кисергән, тиҙҙән уны ҡулға алғандар һәм бер нисә айҙан башын сабып өҙгәндәр.
Шулай ҙа ҡара бесәйгә ҡараш төрлө ерҙә төрлөсә. Мәҫәлән, Финляндияла йәшәүселәрҙе бесәйҙәрҙең ҡаралары түгел, ә һоро төҫтәгеләре ҡурҡыуға һала икән, ә Франция, Болгария, Англия кеүек илдәрҙә ҡара бесәй, киреһенсә, иң затлы бүләктән һанала.
Бесәйҙәрҙең борон-борондан ҙур иғтибар үҙәгендә тороуы уларҙың бик тә аҡыллы икәнлегенә ишара. Кешегә иң яҡын йән эйәһенең был тиклем дә ҡанлы тарихы булыуы бик тә ҡыҙғаныс.
Бесәй ҙә булғанмы мал, тиерһегеҙ. Ә, бәлки, ҙур мәрхәмәтлелек ошо бәләкәй генә йән эйәләрен яратыуҙан башлана торғандыр?
Айгөл ЗАКИРОВА.