Рәсәйҙә алимент буйынса бурыслылар реестры эшләй26.05.2025

Рәсәйҙә алимент буйынса бурыслылар реестры эшләй

Рәсәйҙә алимент буйынса бурыслыларҙың асыҡ реестры эшләй башланы, унда 190 мең яҙма бар, тип хәбәр итә «Аңлатабыҙ.рф» телеграм-каналы.


Был исемлектә һәр кем түләмәүсе тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин. Реестрға административ, енәйәт яуаплылығына тарттырылғандарҙың йәки 18 йәшкә тиклемге балаларҙы; бәлиғ булған, әммә эшкә яраҡһыҙ балаларҙы; эшкә яраҡһыҙ ата-әсәләрҙе ҡарау өсөн алимент буйынса бурыслыларҙың мәғлүмәттәре индерелә.


Закон буйынса тәүлек эсендә түләмәүсегә уны исемлеккә индереүҙәре йәки унан алып ташлауҙары тураһында хәбәр итәләр. Хәбәр ғәҙәти йәки электрон почтаға килә, СМС ебәрелә. Бурысты тулыһынса түләгән осраҡта, мәғлүмәттәр юйыла.


Алиментсылар реестры Федераль суд приставтары хеҙмәте сайтында эшләй.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-26/v-rossii-zarabotal-reestr-dolzhnikov-po-alimentam-4249858



Вернуться назад