Республика синоптиктары өс көнгә һауа торошо менән таныштырҙы
Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градус.
Шишәмбе, 27 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10, таулы райондарҙа +1, көндөҙ +22,+27 градус.
Шаршамбы, 28 майҙа, Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрмәй. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10, көндөҙ +22, +27 градус.