Республикала «Сәләмәтлек поезы» туберкулезға шик тыуҙырған тәүге осраҡты асыҡлаған23.05.2025
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Республикала «Сәләмәтлек поезы» туберкулезға шик тыуҙырған тәүге осраҡты асыҡлаған

Башҡортостанда «Сәләмәтлек поезы» йыл башынан туберкулезға шик тыуҙырған тәүге осраҡты асыҡлаған, тип хәбәр итә республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы.


«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы барышында табиптар 35 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, 541 кешелә — шәкәр кимәленең күтәрәлеүе, 1493 кешелә — юғары ҡан баҫымы, 1272 кешелә артыҡ ауырлыҡ теркәлгән.


Табиптар социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға шик тыуҙырған 49 осраҡты асыҡлаған. 39 кешелә — яман шеш, 99 кешелә — шәкәр диабеты, бер кешелә туберкулез булыуы ихтимал.


Сир билдәләре табылған пациенттар диагнозды асыҡлау өсөн республика медицина учреждениеларына тикшереүгә ебәрелгән, уларға дауа тәғәйенләнгән.


«Сәләмәтлек поездары»ның графигын бында ҡарарға мөмкин.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-23/v-bashkirii-poezd-zdorovya-vyyavil-pervyy-sluchay-podozreniya-na-tuberkulez-4247851



Вернуться назад