Басайҙар мәсетле булды22.06.2012
Басайҙар мәсетле булдыҺуңғы йылдарҙа Баймаҡ районының һәр ауылында тиерлек иман йорттары ҡалҡты, ҡайһыларында әле күмәк көс менән төҙөлөш эштәре бара. Ошо көндәрҙә Басай ауылы халҡы ла мәсетле булды.

Теүәл бер йыл элек улар иман йорто төҙөү мәсьәләһен күтәрә. Ауыл старостаһы Илдар Йосопов, мулла Салауат Яхиндарҙың башланғысы менән мәсет иҫәбенә аҡса туплайҙар һәм төҙөлөштө башлайҙар. Барыһы ла дәррәү ҡатнаша: кемдер бура күтәрә, икенселәре ҡыйығын яба, өсөнсөләре ишек-тәҙрәләрен ҡуя. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа Басайҙар мәсетле булдыситтә ҡалмай: буяу һәм һылау эштәрен атҡаралар. Район хакимиәте лә, ҡырҙа йәшәүсе ауылдаштары ла басайҙарҙың изге ниәтен хуплап, ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә.
Мәсетте асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, имам-мөхтәсиб Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев, Сибай ҡалаһындағы “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы Әғләмитдин хәҙрәт Ғәзизов һәм башҡалар ҡатнашты.
Басайҙар мәсетле булды— Мәсет асылыуы күңелегеҙгә нур, ауылығыҙға иман килтерһен. Уны үҙ көсөгөҙ менән төҙөүегеҙ бигерәк тә хуплауға лайыҡ. Буштан килгән бушҡа китә, ти халыҡ мәҡәле. Һеҙҙең тырышлыҡ, иманға ҡайтыуығыҙ юҡҡа булмаҫ, мәсет дини генә түгел, шулай уҡ тәрбиәүи эштәр алып барыусы усаҡ булыр, тигән өмөттәмен. Уның ишеге һәр саҡ асыҡ булһын, кешеләргә әхлаҡи тәрбиә бирһен, — тине район башлығы.
Мәсет төҙөү — сауаплы эш, хатта һәр мосолмандың изге бурысы. Уңған һәм тырыш басайҙар берҙәм, ойошҡан булыуы менән күптәргә өлгө. Күсей ауылы биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина, староста Илдар Йосопов мәсетте төҙөүҙә ярҙам күрһәткән кешеләргә рәхмәт әйтте. Иман йортоноң имам-хатибы итеп Салауат Яхин һайланды.
Намаҙ уҡығандан һуң барыһы ла Ғилмиә һәм Илдар Йосоповтар, Менәүәрә һәм Салауат Яхиндар, Люциә Иманғолова салған ҡорбан ашына йыйылды.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.


Вернуться назад