Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү башланды23.05.2025
Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы

Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү башланды

Башҡортостанда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Был хаҡта республика йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.


Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров билдәләүенсә, республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары менән премиялар күләме 150 мең һумдан ярты миллионға тиклем арттырылды.


«Премияға һәр йәш ижадсы дәғүә итергә һәм үҙенең шәхси үҫеше, эшен камиллаштырыу өсөн премия алырға мөмкин», – тине Вито Сабиров.


Премияны республика мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән йәш яҙыусыларға, рәссамдарға, артистарға, музыканттарға, архитекторҙарға һәм режиссерҙарға ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Дәғүәселәрҙең йәше – 16-35. Ижади йәки башҡа коллективтарҙы тәҡдим иткәндә дәғүәселәр һаны 5-тән артырға тейеш түгел.


Документтарҙы 2025 йылдың 1 июленә тиклем ебәрергә кәрәк.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-23/v-bashkirii-startoval-priem-zayavok-na-premiyu-imeni-shayehzady-babicha-4247970



Вернуться назад