Студент әсәләр өсөн пособиелар 90 мең һумға тиклем арттырыла23.05.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Студент әсәләр өсөн пособиелар 90 мең һумға тиклем арттырыла

Буласаҡ студент әсәләр өсөн йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар 90 мең һумға тиклем арттырыла. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин белдерҙе.


Дәүләт Советының ғаиләгә ярҙам күрһәтеүгә арналған ултырышында президент студент әсәләргә айырым иғтибар кәрәклеген билдәләне, уларға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие күләмен арттырырға ҡушты, тип иҫкә төшөрҙө ул. Хөкүмәт ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр әҙерләгән.


Түләү күләме әлеге ваҡыттағы кеүек стипендияға түгел, ә төбәктәге йәшәү минимумы дәүмәленә ҡарап иҫәпләнә.


Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙға 140 көнлөк декрет ялы өсөн түләнгән аҡсаның суммаһы бер нисә тапҡырға артып, илдә уртаса 90 мең һум тәшкил итергә тейеш.


Бындай ярҙам юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа, шулай уҡ өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеларында һәм ғилми ойошмаларҙа көндөҙгө бүлектә уҡыған буласаҡ әсәләргә бирелә. 


– Закон проекты Дәүләт Думаһына индерелгәндән һуң тиҙ арала барлыҡ процедураларҙы үтер һәм яңы уҡыу йылы башында үҙ көсөнә инер тип ышанабыҙ, – тип билдәләне хөкүмәт башлығы.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-22/posobiya-dlya-buduschih-materey-studentok-vyrastut-do-90-tysyach-rubley-4246866



Вернуться назад