Башҡортостанда боҙ-борсаҡ яуып үткән23.05.2025
Фото: видеонан скриншот

Башҡортостанда боҙ-борсаҡ яуып үткән

Кисә Стәрлетамаҡта һәм Стәрлетамаҡ районында эре боҙ яуған. Был хаҡта урындағы пабликтар хәбәр итә. Тирә-яҡ ап-аҡ булған. Баҡсасылар һәр ваҡыттағыса уңыш өсөн борсола. Бер нисә көн элек Салауат районында ла боҙ-борсаҡ яуғайны.


Синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда төндә -2 градусҡаса һалҡын булыуы, ҡырау төшөүе, күк күкрәп ямғыр яуыуы көтөлә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-23/v-gorode-bashkirii-vypal-grad-4247088



Вернуться назад