Башҡортостанда ҡырау төшөүе фаразлана23.05.2025

Башҡортостанда ҡырау төшөүе фаразлана

Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, республикала күк күкрәп ямғыр яуыуы, ҡырау төшөүе фаразлана.


Бөгөн, 23 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +14, +19 градус.


Шәмбе, 24 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Төндә температура +2, +7 градусҡаса түбәнәйә, урыны менән -2 градусҡаса ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ һауа +13, +18 градусҡаса йылына.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-23/v-bashkirii-prognoziruyut-zamorozki-4247050



Вернуться назад