Башҡортостан юлдарында махсус операция башланды
Башҡортостан юлдарында 28 майға тиклем «Ҡаршы һыҙат» иҫкәртеү операцияһы башланды, тип иҫкәртә дәүләт автоинспекцияһы.
Юл-транспорт ваҡиғаларын анализлауға ҡарағанда, республикала һәр дүртенсе водитель ҡаршы һыҙатҡа сығыуға бәйле фажиҫәләрҙә һәләк булған.
Тап ошондай ҡағиҙә боҙоу иң ауыр эҙемтәләргә килтерә, водителдәр һәм пассажирҙар ныҡ имгәнә, ҡайһы берҙә үлем осраҡтары теркәлә.
Иҫкәртеү өсөн дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре аҙна буйына хәүефле юл участкаларында эшләй.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала тағы ла еңел такси менән пассажирҙар ташыу ҡағиҙәләрен боҙған 19 водителде асыҡлауҙары хаҡында яҙғайны.