Өфөлә суд нефть университеты проректорын Тәфтиш изоляторына оҙатты22.05.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфөлә суд нефть университеты проректорын Тәфтиш изоляторына оҙатты

Өфөнөң Совет районы суды законһыҙ миграция ойоштороуҙа ғәйепләнгән Өфө дәүләт нефть техник университеты проректорын бер ай ҙа 23 көнгә, йәғни 14 июлгә тиклем, Тәфтиш изоляторына япты, тип хәбәр итә Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорто проректоры коллегалары менән алдан килешеп, сит ил абитуриенттары өсөн дәртләндереү түләүҙәре алыу өсөн Төркмәнстандан 19 кешегә законһыҙ рәүештә университетҡа инергә ярҙам иткән.


Енәйәт эше фигуранттары университеттың мәғлүмәт системаһына арттырылған балдар яҙылған мәғлүмәттәр индергән. Һөҙөмтәлә сит ил граждандарының Рәсәй территорияһына законһыҙ инеүе һәм йәшәүе өсөн шарттар булдырылған, тип иҫәпләй тәфтишселәр.


https://www.bashinform.ru/news/law/2025-05-22/v-ufe-sud-otpravil-prorektora-neftyanogo-universiteta-v-sizo-4246589



Вернуться назад