Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар индерелде22.05.2025

Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар индерелде

Рәсәйҙә балаларға энергектиктар һатыуҙы тыйған закон ҡабул ителде. Законды боҙған өсөн штраф ярты миллион һумға етергә мөмкин. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына тейешле үҙгәрештәр индерелде, тип хәбәр ителә Дәүләт Думаһы сайтында.


Документҡа ярашлы, бәлиғ булмағандарға ошондай эсемлектәр һатҡан өсөн штраф граждандарға — 50 мең һумға, вазифа биләгән кешеләргә — 200 мең һумға, юридик шәхестәргә 500 мең һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин.


Бынан алдараҡ Башҡортостанда Милли мираҫ дәүләт реестры тураһында закон ҡабул ителеүе тураһында хәбәр иткәйнек.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-22/v-rossii-vveli-shtrafy-za-prodazhu-energetikov-detyam-4246711



Вернуться назад