Башҡортостанда 54 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән
Башҡортостанда быйыл ғинуарҙан апрелгә тиклем 54 кеше спиртлы эсемлектәр менән ағыуланып вафат булған, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы. Үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 1,3 тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо осорҙа 59 кешенең ғүмере ҡыйылған.
Ағыуланыу осраҡтарының күбеһе Өфөлә (147), Белоретта (30) һәм Стәрлетамаҡта (27) теркәлгән.
2025 йылдың 4 айында 997 химик этиологиялы киҫкен ағыуланыу осрағы күҙәтелгән (этанол, дарыу, наркотик һәм галлюциногендар менән ағыуланыу).
Уҙған йыл менән сағыштырғанда наркотиктан ағыуланыу осраҡтары артҡан. Дүрт ай эсендә 65 осраҡ теркәлгән, 30-ы үлем менән тамамланған.
Йыл башынан 69 кеше һөрөм газы менән ағыуланған, 50-һе яҡты донъя менән хушлашҡан.