Былтыр республикала 15 мең кешелә яман шеш асыҡланған
2024 йылда Башҡортостанда 15 175 яман шеш осрағы асыҡланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Рәсәй онкологтары съезында сығыш яһағанда.
Айырыуса һөт биҙе (13%), простата биҙе (11%) һәм тире шештәре (11%) киң таралған.
Статистика буйынса, республикала онкология сирҙәренән үлем осраҡтары 11,4% кәмегән.
«2025 йылда яңы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты башланды, уның сиктәрендә 2030 йылға тиклем радиология хеҙмәтен яңыртыу планлаштырыла. Беҙ онкология ауырыуҙарын иҫкәртеүҙе, диагностикалауҙы һәм дауалауҙы камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ», — тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.