Тырышып тамыр йәйә бер үҫенте22.06.2012
Тырышып тамыр йәйә бер үҫентеБаймаҡ ҡалаһы мәктәптәрен тамамлаған, балалыҡтан сығып та етмәгән Айя менән Владислав 17 йәштә саҡта уҡ атай-әсәй буласаҡтарын аңлап ҡабул итә.

— Был яңылыҡҡа беҙ бик ҡыуанһаҡ та, атай-әсәйҙәребеҙ, әлбиттә, баштан һыйпаманы. Шулай ҙа уларға сабыр һәм тыныс булып ҡала белеүҙәре, яман һүҙ менән күңелебеҙҙе яраламауҙары өсөн гел рәхмәтлемен, — ти Айя, кескәй генә иркә ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып.
Студент йылдары Никифоровтар өсөн бала үҫтереү мәшәҡәттәренән башлана. Сабыйҙы алмаш-тилмәш бәүетеп уҙғарған йоҡоһоҙ төндәр, оло тормоштағы тәүге ҡаршылыҡтар, сессия артынан сессия... Йәш үҫенте сибек олонон ел-дауылдан һаҡлауға, тамырҙарын көслөрәк итер өсөн һыу ҡойоп тороуға мохтаж булғандай, йәш ғаиләләргә лә ныҡлап аяҡҡа баҫып китеү өсөн күптәрҙең ярҙамы кәрәк. Башҡортостан дәүләт аграр университетының IV курс студенттары Айя менән Владислав Никифоровтар был йәһәттән үҙҙәрен бәхетле һанай.
— Уҡыу йорто етәкселеге, хәлебеҙҙе аңлап, барлыҡ уңайлыҡтары булған бүлмә хәстәрләне, — ти тиҫтерҙәренән уйсанлығы, етдилеге менән айырылып торған ғаилә башлығы.
Студент атай менән әсәй ирекле уҡыуға күсерелә. Был йүнсел Владиславҡа уҡыу менән эште тигеҙ алып барыу, Айяға сабыйҙарын яҡшылап тәрбиәләп үҫтереү мөмкинлеген бирә. — Дәүләттең барлыҡ ярҙамынан файҙаланырға тырышабыҙ. Аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ, ике йыл буйы Камилаға бушлай балалар аҙығы алдыҡ. Йәш ярым тулғансы түләнеп килгән пособие ла беҙҙең өсөн ҙур аҡса була торғайны. Университеттың да матди ярҙамын күрҙек: Владислав "Колос" студент отрядына йөрөгәс, уға бушлай туҡланыу хоҡуғы бирелде. Төп ярҙам, әлбиттә, атай-әсәйҙәр, туғандар яғынан килә, — ти хужабикә.
Никифоровтар ситтән ярҙам көтөп кенә йәшәй, тип уйлап ҡуймағыҙ. Ғаилә тормошо уларҙы тиҫтерҙәренән алдараҡ өлкәнәйергә мәжбүр иткән, иртәгәһе көн өсөн яуаплыраҡ булырға өйрәткән. Иртәнсәк йәштәрҙең тәҙрәһендә ут барыһынан да алдараҡ ҡабына, сөнки университетҡа барыр алдынан Камиланы ашатырға, кейендерергә һәм балалар баҡсаһына илтергә кәрәк. Кис Айя үҙе йыйыштырыусы булып эшләгән ойошмаға ашыға. Ул арала Владислав баланы баҡсанан алып ҡайта, ашата, һуңынан төнгө сменаға эшкә йүгерә.
— Тәүге йылдарҙа лекцияға йә эшкә киткән саҡта Камиланы Өфөләге бер туған апайым ҡараша торғайны. Ул үҙе лә бәләкәй сабыйы менән өйҙә ултырҙы. Апайға эшкә сығырға ваҡыт еткәс, балалар баҡсаһында урын булмағанлыҡтан, ҡыҙыбыҙҙы Баймаҡта олатай-өләсәйҙәренә ҡалдырып торҙоҡ. Камиланан алыҫта үткән бер йыл ғаиләбеҙ өсөн иң ауыр ваҡыт булды, — ти әсә.
Йәшлек үҙенекен итәме, әллә тормош шулай ҡушамы — Айя менән Владислав ваҡ-төйәк проблема өсөн бошонмаҫҡа, бәләкәй генә шатлыҡты оло ҡыуаныс тип ҡабул итергә күнеккән.
— Беҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшәмәйбеҙ. Ҡәҙимге студенттар кеүек күңел асырға ла өлгөрәбеҙ. Ундай сараларға өсәүләп бергә йөрөйбөҙ. Шулай күңеллерәк, — ти йәштәр.
Тырышып тамыр йәйеүсе, үҫергә ынтылыусы был “үҫенте”не алда тағы ла оло мәшәҡәттәр көтә. Иң мөһиме, әлбиттә, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү. Никифоровтар кеүек йәш ғаиләләрҙең олоно тағы ла нығынһын өсөн торлаҡ алыу буйынса махсус дәүләт программалары булдырылған. Йәштәребеҙ мөмкинлектән файҙаланып ҡалһын өсөн уларҙың шарттары менән таныштырабыҙ.
Нурзиә Хәсәнова


2011 — 2015 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы буйынса республика программаһынан


Бала тыуған (уллыҡҡа алған) осраҡта йәш ғаиләгә социаль түләү бирелә:
— беренсе балаға — 8 квадрат метр;
— икенсе балаға — 12 квадрат метр;
— өсөнсө һәм башҡаларына — 16 квадрат метр.
Социаль түләү күләме бала тыуған мәлгә районда (ҡалала) 1 квадрат метрҙың уртаса баҙар хаҡына ҡарап иҫәпләнә.
Дәүләт ярҙамынан түбәндәге талаптарға яуап биргән йәш ғаиләләр файҙалана ала:
— бала тыуғанда торлаҡ йәки төҙөлөп ятҡан шәхси йорт өсөн бурыстары булғандар;
— кредит (ипотека) договоры төҙөгән саҡта торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылғандар (һәр кемгә 12 квадрат метрҙан аҙыраҡ майҙан тура килһә);
— ир менән ҡатын (тулы булмаған ғаиләлә ата йә әсә) бала тыуғанда (уллыҡҡа алынғанда) 35 йәштән уҙмағандар.

2011 — 2015 йылдарға "Торлаҡ" Федераль маҡсатлы программаһының "Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" ярҙамсы программаһынан


Торлаҡ алыу йәки төҙөү өсөн балалары булмаған ғаиләләргә дөйөм хаҡтың — 30, бер балаһы булғандарға һәм баланы яңғыҙ үҫтереүсе ата-әсәләргә 35 проценты социаль түләү рәүешендә бирелә.
Программала ҡатнашырға теләүселәр шундай талаптарға яуап бирергә тейеш:
— торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыу (һәр ғаилә ағзаһына 12 квадрат метрҙан аҙырак майҙан тура килһә);
— ғаиләлә барыһы ла — Рәсәй гражданы;
— барыһы ла Башҡортостанда теркәлгән;
— ир менән ҡатын (тулы булмаған ғаиләләге атай йәки әсәй) 35 йәштән уҙмағандар;
— ғаилә торлаҡ хаҡының социаль түләүҙән тыш өлөшөн ҡайтара алырлыҡ килемгә эйә.

Бала тыуған йәки уллыҡҡа бала алынған осраҡта ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бәйле сығымдың бер өлөшөн ҡайтарыу өсөн торлаҡтың уртаса хаҡының 5 проценты күләмендә социаль түләү бирелә.


Вернуться назад