Кемдәр парковка өсөн түләмәҫкә хоҡуҡлы – Өфө мэрияһы21.05.2025
Фото: Валерий Шахов

Кемдәр парковка өсөн түләмәҫкә хоҡуҡлы – Өфө мэрияһы

Өфө хакимиәтендә түләүле парковкаларҙы бушлай файҙаланырға хоҡуҡлы граждандар категорияһы тураһында иҫкә төшөрҙөләр.


Бына улар:



Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәки ветеранды йөрөтөүселәр
хәрби хәрәкәттәр ветерандары
I-III төркөм инвалидтары
инвалид балаларҙың законлы вәкилдәре
күп балалы ғаиләлә ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) береһе йәки опекун (попечитель)
электромобиль хужаһы.

Быйыл июнь айынан Башҡортостандың баш ҡалаһында түләүле парковкалар эшләй башлай. Мостай Кәрим урамынан тыш, улар шулай уҡ Достоевский, Карл Маркс, Киров, Чернышевский, Октябрь революцияһы, Ленин, Пушкин урамдарында булдырыла.


Түләүле парковкаларға бәйле һорауҙарҙы  +7(347)246-68-66 номерына шылтыратып бирергә мөмкин.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-21/kto-mozhet-ne-platit-za-platnuyu-parkovku-meriya-ufy-4244333



Вернуться назад