Республикала елдең көсәйеүе һәм ямғыр яуыуы көтөлә
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә көслө ел һәм ямғыр көтөлә, тип фаразлай Башгидромет.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 21 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.
Иртәгә, 22 майҙа, төндә урыны менән, көндөҙ тотош республикала йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә +7, +12, көндөҙ +17, +22 гралус.
Кисә кискә ҡарай Башҡортостанда көслө ел йорттарҙың ҡыйыҡтарын осорған, тип яҙғайны Башинформ.