Өфөнән Таулы Алтайға тура рейстар асыла21.05.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфөнән Таулы Алтайға тура рейстар асыла

3 июндән «Азимут» авиакомпанияһы Өфөнән Таулы Алтайға тура рейстар аса. Бының өсөн Рәсәйҙә сығарылған Superjet 100 самолеттары йәлеп ителә.


Өфөнән рейс шишәмбе көндәрендә иртәнге 8-се 5 минутта, кире йүнәлештә иһә көндөҙгө 2-се 10 минутта башҡарыла. Һәр аэропорт өсөн урындағы ваҡыт күрһәтелгән. Юлға 3 сәғәт 5 минут ваҡыт китә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Алтай Республикаһы Башлығы, төбәк хөкүмәте рәйесе Андрей Турчак былтыр ноябрҙә делегацияның Өфөгә рәсми сәфәре барышында ҡалалар араһында авиабәйләнеште үҫтереү тураһында һөйләшеп килеште.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-21/iz-ufy-otkryvayutsya-pryamye-reysy-v-gorno-altaysk-4243882


 


 



Вернуться назад