Башҡортостан райондарының береһендә боҙ-борсаҡ яуған
Башҡортостан райондарының береһендә боҙ-борсаҡ яуып үткән. Салауат районында йәшәүселәр хәбәр итеүенсә, бөгөн көндөҙ тәүҙә көслө ямғыр, аҙаҡ эре боҙ-борсаҡ яуа башлаған. Ҡайһылары бүҙәнә йомортҡаһындай. Баҡсасылар уңыш өсөн борсола.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөң икенсе яртыһында һәм кискеһен урыны менән елдең тиҙлеге секундына 25 метрға етеүе көтөлә.