Гонаһтан ҡотолоу юлы22.06.2012
Аллаһ Рәсүле янына берәү килеп, уға:
— Мин оло гонаһ ҡылдым, тәүбәгә килә аламмы? Ҡабул булырмы? — ти.
Мөхәммәт пәйғәмбәр:
— Әсәйең бармы? — тип ҡыҙыҡһына.
— Юҡ, — ти тегенеһе.
Пәйғәмбәр йәнә һорай:
— Инәйең бармы? (Әсәһенең ҡыҙ туғаны).
Теге кеше: “Эйе”, — тип яуаплағас, Аллаһ Рәсүле шулай ти:
— Уға ярҙам итеп, изгелек ҡылып тор.
(ат-Тирмизи килтергән хәҙис).
Имам Әхмәт әйтеүенсә: “Ата-әсәгә ярҙам итеп тороу — гонаһтан ҡотолоу юлы. Уларға даими яҡшылыҡ ҡылып, гонаһтарыңдан таҙарынырға тырыш”.