Өфөнән тыл эшсәне Надежда Кадынцева 95 йәшлек юбилейын билдәләй20.05.2025
Фото: Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Өфөнән тыл эшсәне Надежда Кадынцева 95 йәшлек юбилейын билдәләй

Өфөнөң Затон биҫтәһенән тыл эшсәне Надежда Кадынцева бөгөн 95 йәшлек юбилейын билдәләй. Оҙон ғүмерле инәйҙе тәүгеләрҙән булып ҡотларға Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов килде. Ул Надежда Егоровнаға Рәсәй Президентынан һәм Башҡортостан Башлығынан ҡотлау хаттары тапшырҙы.


Надежда Егоровна Благовар районында ишле ғаиләлә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда колхозда эшләй, уңыш йыйыуҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуң ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Мәктәпте тамамлағас, икмәк комбинатында ла эшләй. Ә 40 йылдан ашыу ғүмерен бухгалтерия эшенә бағышлай. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-20/truzhenitsa-tyla-iz-ufy-nadezhdy-kadyntseva-otmetila-95-letniy-yubiley-4242863



Вернуться назад