Кемдәр аяҡ кейеме өсөн?22.06.2012
Йыйылышып, нимә тураһындалыр ҡыҙыу гәпләшкән ирҙәр янына хикмәт эйәһе лә килеп ултыра. Шунда кемеһелер, ғаилә һәм өйләнешеү тураһында һүҙ сығарып, былай ти: “Ҡатындарҙы мин аяҡ кейеме менән сағыштырыр инем. Үҙенә тиң йәрҙе тапҡанға тиклем ир кешенең уларҙы алмаштырып торорға хаҡы бар”.
Ҡалғандары ни әйтергә лә белмәй, аптырашып, был иргә ҡарай, шунан инде аҡһаҡалдың фекерен һорайҙар.
“Тулы дөрөҫлөк ята уның әйткәнендә, — тип йылмая хикмәт эйәһе һәм, сал һаҡалын һыйпай-һыйпай, һүҙен дауам итә. —Ысынлап та, ҡатын аяҡ кейеменә бәрәбәр... Беләһегеҙме, кемдәр өсөн? Үҙен табан тип иҫәпләгәндәр өсөн. Ә инде башмын тип һанаған ирҙең башында ул фәҡәт таж ғына буласаҡ!”


Вернуться назад