Республикала аҙна башында ямғыр яуыуы фаразлана19.05.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Республикала аҙна башында ямғыр яуыуы фаразлана

Башҡортостанда аҙна башында ямғыр яуыуы көтөлә, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.


Бөгөн, 19 майҙа, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ +18, +23° йылы була.


Шишәмбе, 20 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +8, +13°, урыны менән +3° тиклем, көндөҙ +14, +19°.


Бынан алдараҡ Башинформ Өфө үҙәгендә йүкә ағастары ултыртыуҙары тураһында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-19/v-bashkirii-nedelya-nachnetsya-s-dozhdey-4240436



Вернуться назад