«Айыҡ ауыл» конкурсы милли идеяға әүерелеүе ихтимал
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы милли идеяға әүерелеүе ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе.
«Республикабыҙ ауылдарының өстән бер өлөшө ошо проектта ҡатнаша. Киләһе йылда ла уны дауам итеүегеҙҙе һорайым. Конкурсты милли идея тип ҡарарға кәрәк. Сараның сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа әһәмиәте ҙур», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов конкурсҡа йомғаҡ яһаны һәм республика етәкселегенә сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында Балаҡатай районының Билән ауылы беренсе урынды алды, икенсе урын – Ауырғазы районының Исмәғил ауылы, өсөнсө урын – Ҡариҙел районының Абыҙ ауылы.
«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы еңеү яуланы. Икенсе урында – Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы, өсөнсөлә – Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы.
«Урта тораҡ пункттар» номинацияһында Асҡын районының Әмир ауылы беренсе урынға сыҡты. Икенсе урында – Благовар районының Яныш ауылы, өсөнсөлә – Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы.
«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында Ейәнсура районының Кинйәбулат ауылы еңеүсе тип танылды. Икенсе урынды Борай районының Алтайыу ауылы алды, өсөнсөлә – Туймазы районының Бәйрәкәтүбә ауылы», – тип һөйләне Юлдаш Йосопов.
Бынан алдараҡ Башинформ «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре хаҡында хәбәр иткәйне.