Радий Хәбиров ветерандар госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты19.05.2025

Радий Хәбиров ветерандар госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты

Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика һуғыш ветерандары госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, медицина учреждениеһы Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшыһы тип танылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».


Госпиталдә башлыса республиканың оло быуын вәкилдәре, ә 2022 йылдан МХО-ла ҡатнашыусылар дауалана.МХО башланғандан алып медицина учреждениеһында йәмғеһе 5 меңдән ашыу яугир дауаланған. Бында улар юғары технологиялы, комплекслы медицина, шулай уҡ психологик реабилитация үтергә мөмкин.


«Афарин, тибеҙ уларға! Коллективты наградаға тәҡдим итеүегеҙҙе һорайым», – тигән йөкләмә бирҙе республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министрлығына.


Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә уҙған конференцияла хәрби медицинаның заманса алымдары тураһында фекер алышыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-19/glava-bashkirii-poruchil-predstavit-k-nagrade-kollektiv-gospitalya-veteranov-4241150



Вернуться назад