Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан16.05.2025
Фото: автор

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

Башҡортостанда йәш ғалимдарға ярҙам күрһәтеү өсөн 2022 йылдан алып республика бюджетынан 200 миллион һум йүнәлтелә. Был аҡсаға 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан һәм 500-ҙән ашыуы Рәсәйҙең, шулай уҡ сит илдәрҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында ғилми стажировка үткән.


Бөгөн Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә йәш ғалимдар менән ойошторолған осрашыуҙа ошо турала һөйләне.


Ике йылға бер тапҡыр республикала фән һәм техника өлкәһендә өс республика дәүләт йәштәр премияһы тапшырыла. Уларҙың күләме – 500 мең һум. Быйыл Башҡортостан Башлығы тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә  «Йылдың йәш ғалимы» премияһын булдырҙы. Был республикала фәнгә һәм йәш ғалимдарға ярҙам итеү өсөн йәнә бер бер мөһим аҙым.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-16/v-bashkirii-133-molodyh-uchenyh-uluchshili-zhilischnye-usloviya-4237720


 





Вернуться назад