Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була16.05.2025
Фото: Ксения Калинина

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була

Ял көндәрендә Башҡортостанда йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, йома, 16 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22°.


Шәмбе һәм йәкшәмбе, 17 һәм 18 майҙа, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Температура төндә +4, +9°, көндөҙ +17, +22°.


Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә водолаздарҙың һыу инеү миҙгеленә әҙерлек эшен башлауы тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-16/v-bashkirii-v-predstoyaschie-vyhodnye-budet-teplo-i-bez-osadkov-4237430



Вернуться назад