Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды
Башҡортостан халҡы йәйгеһен Кубань курорттарында ял итеүгә өҫтөнлөк бирә. Туту.ру мәғлүмәттәре буйынса, республикала йәйгә Краснодар крайына самолеттарға һәм поездарға билеттарҙың 50% һатылған.
Санкт-Петербург һәм Дағстанға – 7%, Мәскәүгә 6% тура килә.
Йәйге сәйәхәт өсөн һатып алынған билеттарҙың — 5% Ханты-Манси округына, 3% — Ямал һәм Һамар өлкәһенә, 2% — Ставрополь крайына, 1% Ростов өлкәһенә тура килә.
Сит ил йүнәлештәренән иһә Башҡортостан халҡы Белоруссияны һәм Үзбәкстанды һайлай.