Ниндәйҙәре һоҡландыра?22.06.2012
Һорау алыуҙа ҡатнашыусы ир-ат бар яҡтан да камил, һоҡландырғыс, өлгөлө ҡатын-ҡыҙ портретын һүрәтләгән. Рәсәйҙәге көслө заттарҙың яртыһының фекеренсә, идеаль ҡатын-ҡыҙ аҡыллы булырға, шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәрендәге ошо сифатты йәшерә белергә тейеш икән. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан 1000 ир-аттың 46 проценты идеаль ҡатын-ҡыҙҙы киң ҡарашлы итеп күргеһе килә. Әммә ир-азаматты үпкәләтмәҫ һәм ауыр хәлгә ҡуймаҫ өсөн уларҙың белемле һәм аҡыллы булыуын күрһәтмәүе кәрәк икән.
Ҡатындарының интеллекты юғарылығы менән ризалар, уны мөһим тип иҫәпләйҙәр, тик был һорауға респонденттарҙың 29 проценты ғына яуап биргән.
Тышҡы йөҙ-ҡиәфәт — икенсе урында. Ҡатын-ҡыҙ өсөн сибәр, матур булыу кәрәк тиеүселәр — 38 процент. Һылыулыҡ ҡатынының мөһим сифаты булыуына инанғандар — 21 процент, ә изге күңеллелек тип күрһәтеүселәр 20 процент тәшкил иткән. Шуныһы ҡыҙыҡлы: ир-ат фекеренсә, был сифат әһәмиәте буйынса өсөнсө урында. Ә бына ғаиләле ир-ат өсөн киң күңеллелек мотлаҡ түгел, хатта яҡшылыҡ тәүге биш сифат араһына ла инмәгән, һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 14 процентының ғына тауышын алған.
Никахлы ир-ат өсөн тоғролоҡ игелекле булыуҙан күпкә мөһимерәк булыуы асыҡланған, 20 проценты шулай иҫәпләгән.
Тормош юлдаштарында күркәмлекте, нәфислекте ир-аттың 12 проценты баһалаған.


Вернуться назад