Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола15.05.2025
Фото: Республика кардиология үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола

Өфөнөң Аксаков исемендәге баҡсаһында 16 майҙа «Халыҡ һаулығы көндәре» байрамы уҙғарыла. Был сараны Республика кардиология үҙәге командаһы ойоштора.


Тематик аллеяла һәр кем үҙенең ҡан баҫымын үлсәтә, ә махсус зонала сәләмәт туҡланыу принциптары тураһында белә ала. Һаулыҡ үҙәктәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә диагностика һәм анкета үтергә мөмкин.


Һаулыҡ һаҡлау үҙәктәре сәғәт 12-нән эшләй. Байрам рәсми рәүештә көндөҙгө сәғәт 2-лә асыла.


Программала – Өфөнөң ижади коллективтары сығыштары, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм спорт эстафеталары.


Бынан алдараҡ «Башинформ» республикабыҙҙың һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылыуы хаҡында яҙғайны.


6+


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-15/v-ufe-proydet-prazdnik-zdorovya-4236268



Вернуться назад