Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә
Июнь айында тәүге ике аҙна ҡыҫҡараҡ була. Быйыл Ҡорбан байрамы 6 июнгә тура килә. 5 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Кесе йома, 12 июндә, Рәсәй көнө билдәләнә, ә 8 марттағы ял 13 июнгә күсерелде. Шаршамбыла эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Бынан алдараҡ Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Башҡортостанда йәшәүселәргә июндә күпме хеҙмәт хаҡы түләнергә тейешлеген аңлатты.