Башҡортостандың һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды
Республика һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшыһы тип танылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Конкурсҡа йомғаҡ яһағанда төрлө критерийҙар (ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙан алып пациенттарҙың фекерҙәренә тиклем) иҫәпкә алынды, тип билдәләне ул. Табиптарға наградаларҙы илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тапшырҙы.
Госпиталдә башлыса республиканың оло быуын вәкилдәре, ә 2022 йылдан МХО-ла ҡатнашыусылар дауалана. Бында улар юғары технологиялы, комплекслы медицина, шулай уҡ психологик реабилитация үтергә мөмкин.
«Был иһә беҙҙең өсөн әһәмиәтле еңеү, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — МХО башланғандан алып госпиталдә йәмғеһе 5 меңдән ашыу яугир дауаланған. Уларҙың күбеһе хәрби хеҙмәтен дауам итеү өсөн йәнә фронтҡа юлланды. Был, әлбиттә, ошонда күрһәтелгән ярҙам сифатының төп күрһәткесе.
Беҙҙең госпиталдең коллективын ҡотлайым! Һөнәри оҫталыҡ һәм яҡшы эш өсөн рәхмәт белдерәм».
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала «Йылдың иң яҡшы табибы» конкурсы еңеүселәре хаҡында хәбәр иткәйне.