Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләү арта14.05.2025
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләү арта

Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләү күләмен арттырырға йыйыналар. Был хаҡта ТАСС илдә кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Татьяна Москальковаға һылтанып хәбәр итә.


«Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләү бик аҙ, уларҙың дәүләт именлеген тәьмин итеүгә индергән өлөшөнә тиң түгел һәм арттырыуға мохтаж», — тип омбудсмендың һүҙҙәрен килтерә баҫма.


Хәҙер түләүҙең күләме — 4,5 мең һум.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың бурыстары ябайлаштырылған тәртиптә ғәмәлдән сығарыла.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-14/v-rossii-povysyat-razmer-ezhemesyachnoy-vyplaty-veteranam-boevyh-deystviy-4234571



Вернуться назад