Өфөнән Истанбулға тура рейстар арттырылды14.05.2025
Фото: Ксения Калинина

Өфөнән Истанбулға тура рейстар арттырылды

Башҡортостанда йәшәүселәр Төркиәгә йышыраҡ осорға мөмкин. Республиканың Транспорт министрлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер Өфөнән Истанбулға тура рейстар күберәк.


«Башинформ» яҙғанса, 1 июндән Utair авиакомпанияһының Өфө — Истанбул маршруты буйынса тура рейстары башлана.


Рейстар аҙнаһына бер тапҡыр — йәкшәмбе башҡарыла.


Өфөнән самолет көндөҙгө 1-се 30 минутта, ә Истанбулдан киске 5-се 25 минутта оса. Юлға 4 сәғәт 55 минут ваҡыт китә.


Рейстар 186 урынға иҫәпләнгән Boeing 737-800 самолеттарында башҡарыла.


Әлеге ваҡытта Red Wings авиакомпанияһы ла Истанбулға тура рейстар башҡара. Шулай итеп, Өфөнән Истанбулға осоштар аҙнаһына өс тапҡыр ойошторола.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-13/v-ufe-uvelichilos-kolichestvo-pryamyh-reysov-v-stambul-4233351



Вернуться назад