Атайҙар ҙа яҡланасаҡ22.06.2012
Эш биреүселәргә күп балалы атайҙар менән хеҙмәт килешеүен өҙөүҙе тыйыуҙары ихтимал. Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ошо хаҡта федераль закон проекты әҙерләгән.

Закондың асылы шунда: кескәй балалар тәрбиәләнгән ғаиләлә әсә эшләмәйенсә сабыйҙарын ҡарау менән шөғөлләнһә, ә атай кеше бер үҙе туйындырыусы булһа, уны эштән бушата алмаясаҡтар.
Шулай итеп, закон тарафынан ғаиләне социаль яҡлауҙың тағы бер сараһы ҡарала. Атап әйткәндә, 14 йәшкә тиклемге балалары, шул уҡ ваҡытта өс йәше тулмағаны ла булһа, закон ғаилә хужаһы яғында.
Бынан тыш, тәҡдим ителгән норма эшләүсе ҡатындар менән ир-аттың тигеҙһеҙлеген дә бөтөрә.
Хеҙмәт кодексына ярашлы (261-се статья), эш биреүселәр өс йәше тулмаған балалы ҡатындар; яңғыҙы 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе тәрбиәләүселәр (әгәр инвалид булһа, 18 йәшкә тиклемге); күрһәтеп үтелгән балалар әсәйһеҙ үҫкән осраҡта, уларҙы тәрбиәләүселәр менән дә хеҙмәт мөнәсәбәтен өҙә алмай.


Вернуться назад