Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртә13.05.2025
Фото: Ксения Калинина

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 14 майҙа көндөҙ республикала йәшен йәшнәүе һәм елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +17, +22°.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғыр яуыуы көтөлә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-13/mchs-po-bashkirii-predupredilo-o-grozah-i-silnom-vetre-4232681



Вернуться назад