«Салют» үҙәгендә башҡа төбәктәрҙән килгән балалар ҙа һаулығын нығытырға мөмкин
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн «Салют» республика реабилитация-белем биреү үҙәгендә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә балалар сәләмәтлеген нығытырға мөмкин. Учреждение етәксеһе Милана Скоробогатова Республикаға идара итеү үҙәгендә биргән интервьюһында ошо турала һөйләне.
«Әлегә беҙ әҙер түгел, әммә быйыл йәй уртаһында ошондай программаларҙы ғәмәлгә ашыра башларбыҙ тип уйлайым», — тип үҙҙәренең пландары менән уртаҡлашты Скоробогатова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге үҙәк республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән Өфөнөң Киров районындағы «Салют» шифаханаһы нигеҙендә төҙөлдө. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелде. Объекттың дөйөм майҙаны — 25,7 мең квадрат метр. Бында көнөнә 250 кешене ҡабул итеү өсөн реабилитация үҙәге, медицина блогы менән 120 урынлыҡ стационар, балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге, шулай уҡ 192 урынға иҫәпләнгән «Йондоҙ» мәктәбе урынлашҡан.
Үҙәктең эше тураһында тулыраҡ бында уҡығыҙ.