Өфөлә бәлиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте бер сәғәткә ҡыҫҡара13.05.2025
Фото: Олег Яровиков

Өфөлә бәлиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте бер сәғәткә ҡыҫҡара

1 майҙан Өфөлә бәлиғ булмағандар өсөн йәйге сикләү режимы индерелде. Ул 30 сентябргә тиклем ғәмәлдә ҡала.


Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә төнгө сәғәт 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында яңғыҙ йөрөү тыйыла. Башҡа ваҡытта иһә киске 10-дан.


Урамдар, стадиондар, майҙандар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, пляждар, скверҙар, ихаталар һәм күп фатирлы йорттарҙа дөйөм ҡулланыу урындары, йәмәғәт транспорты, вокзал биләмәләре һәм биналары, йылға порттары, аэропорттар һәм интернет-кафелар йәмәғәт урындары тип һанала.


Балаларҙың урамда һәм йәмәғәт урындарында булыу ваҡыты ҡануни кимәлдә «балаларҙың физик, интеллектуаль, психик, рухи һәм әхлаҡи үҫешенә булышлыҡ итеү» сараһы булараҡ  раҫланған. Ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡта ата-әсәләргә йәки законлы вәкилдәргә административ яуаплылыҡ ҡарала.  


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-13/v-ufe-komendantskiy-chas-dlya-nesovershennoletnih-uvelichivaetsya-na-odin-chas-4232632







Вернуться назад