Өфө мэры өсөнсө тапҡыр атай булған13.05.2025
Фото: Валерий Шахов

Өфө мэры өсөнсө тапҡыр атай булған

Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтың ғаиләһендә – ҡыуаныслы ваҡиға. Ошо көндәрҙә Влада һәм Ратмир Мәүлиевтарҙың ҡыҙы тыуған.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 35 йәшлек ҡала башлығының ике улы бар. Хәҙер ул – ишле ғаилә башлығы. Был шатлыҡлы яңылыҡты ҡала хакимиәтендә раҫланылар.


«Башинформ» ҡотлауҙарға ҡушыла һәм ғаиләгә һаулыҡ, именлек теләй!


Бынан алдараҡ Радий Хәбировтың 30 бала тәрбиәләгән күп балалы ғаилә менән осрашыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-04-03/radiy-habirov-navestil-mnogodetnuyu-semyu-gde-vospityvayut-30-detey-4183269



Вернуться назад