Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы тамамланды12.05.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы тамамланды

Башҡортостанда 2024-2025 йылдарҙағы «Айыҡ ауыл» конкурсының төбәк этабы тамамланды. 6 майҙа ойоштороу комитеты еңеүселәр исемлеген раҫланы. Һөҙөмтәләр 15 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иғлан ителә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов ошо хаҡта һөйләне. 


Быйыл республика ауылдары араһында конкурс алтынсы тапҡыр уҙғарыла. «Айыҡ ауыл»дың төп маҡсаты – айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, сәләмәт фекерләүҙе үҫтереү һәм изге, файҙалы эштәргә дәртләндереү.


Конкурс башланғандан алып унда өс меңдән ашыу ауыл биләмәһе ҡатнашҡан. Әле республикала 51 еңеүсе ауыл «Айыҡ ауыл» исемен йөрөтә. Республика турына йомғаҡ яһағандан һуң уларға тағы 12 өҫтәлә.


2024 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы «Айыҡ ауыл» конкурсын «Халыҡтың йәшәү сифаты» йүнәлеше буйынса «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумының 1000 идеяһы исемлегенә индерҙе, тип яҙғайны «Башинформ».


Башҡортостан Башлығы указы менән уҙған йылдан приз фонды 48,4 миллион һумға тиклем арттырылды. Конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларға, еңеүселәрҙән тыш, 200 мең һум премия тапшырыла. Еңеүселәр иһә 3-6 миллион һум аҡсалата приз менән бүләкләнә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-12/v-bashkirii-zavershilsya-respublikanskiy-etap-konkursa-trezvoe-selo-4230920





Вернуться назад