Республика мәктәптәренә Һуғыш геройҙары һәм күренекле эшмәкәрҙәрҙең исемдәре бирелде12.05.2025

Республика мәктәптәренә Һуғыш геройҙары һәм күренекле эшмәкәрҙәрҙең исемдәре бирелде

Башҡортостандың дүрт мәктәбенә Советтар Союзы Геройҙары һәм республиканың билдәле эшмәкәрҙәренең исемдәре бирелде. Был турала ҡарарға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.


Документҡа ярашлы, Балаҡатай районының Яңыбай ауылы мәктәбе хәҙер Фазлетдин Ислахов исемен йөрөтә. Балтас районының Сәйтәк ауылы мәктәбенә Дан орденының тулы кавалеры Рифҡәт Туҡаев исеме бирелде. Балтас районының Түбәнге Һикеяҙ ауылы урта мәктәбе артабан Советтар Союзы Геройы Ғабдулхай Сәйетов исемендәге мәктәп тип атала. Әлшәй районы Раевка ауылының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә Советтар Союзы Геройы Павел Щербаков исемен алды.


Исемде үҙгәртеүгә бәйле сараларҙы финанслау муниципаль район бюджеттарына йөкмәтелде. 


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-12/shkolam-bashkirii-prisvoeny-imena-geroev-voyny-i-vydayuschihsya-deyateley-4230714



Вернуться назад