Башҡортостанда Шанель һәм Тимран тыуған12.05.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда Шанель һәм Тимран тыуған

ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы 2025 йылда Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған популяр, шулай уҡ һирәк осрай торған исемдәрҙе яңыртты.


Ата-әсәләр улдарына йышыраҡ Әмир, Эмир, Марк, Тимур һәм Мирон тигән исемдәрҙе һайлай.  Ҡыҙҙар араһында Әминә, Амелия, София, Эмилия һәм Эва исемдәре популяр.


Һирәк исемдәргә килгәндә, малайҙар араһында — Тимран, Динияр, Симеон, Эмил, Эдуард, ә ҡыҙҙар араһында — Шанэль, Амели, Томирис, Юлиана, Шахзода.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-12/v-bashkirii-rodilis-shanel-i-timran-4230239



Вернуться назад