Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана
Алдағы өс көндә Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 12 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр, йәшен. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы +14, +19°.
Шишәмбе, 13 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +10, +15°, көньяҡта иһә +16, +21°.
Шаршамбы, 14 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр фаразлана. Ел көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +15, +20°.
Бынан алдараҡ Башҡортостан мосолмандараның Диниә назараты төнгө намаҙ ваҡытын үҙгәртте.