Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола07.05.2025

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Еңеү вальсы» республика акцияһы үткәрелә. Акцияла ҡатнашыусылар 8 майҙа «Беҙ – Бөйөк Еңеү вариҫтары!» лозунгы аҫтында Өфөнөң Совет майҙанына йыйыла.


2024 йылдан акцияның инициаторы – республиканың мәғариф һәм фән министрлығы. Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы акция икенсе тапҡыр үткәрелә. 8 майҙа акцияға 1000-дән ашыу уҡыусы, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары дәррәү ҡушылыр тип көтөлә.


«Еңеү вальсы» ябай сара ғына түгел, ә быуындар диалогы, балаларҙы һәм йәштәрҙе үҙ иленең героик үткәне менән таныштырыу. Акция йәмғиәтебеҙҙе берләштерә. Был тарихҡа ихтирам, ветерандарҙы хөрмәтләү, Тыуған илеңде яҡларға әҙер булыу һәм тыныслыҡҡа ынтылыш», — тип билдәләйҙәр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.


Бынан алдараҡ республикабыҙ йәштәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын хөрмәтләп иҫкә алды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-07/v-bashkirii-proydet-aktsiya-vals-pobedy-s-uchastiem-shkolnikov-i-studentov-4226459



Вернуться назад