Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә07.05.2025

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, 7 майҙа көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа көндөҙ +17, +22° тиклем йылына.


Кесаҙна, 8 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ көньяҡта ҡойма ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +17, +22°.


Йома, 9 майҙа, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +15, +20°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-07/v-blizhayshie-tri-dnya-v-bashkirii-ozhidaetsya-peremenchivaya-pogoda-4225920



Вернуться назад