Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды
Бөгөн, 6 майҙа, тотош илдә бер үк ваҡытта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы 80 Мәңгелек ут һәм Хәтер уттары ҡабыҙылды. Күләмле акция барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Саҡмағош районы Саҡмағош ауылының Еңеү паркында Мәңгелек утты ҡабыҙыу тантанаһында ҡатнашты.
«Бөгөн тотош илдә «Мәңгелек уттар» ҡабыҙыла. Беҙ илебеҙҙең иң мөһим байрамы — юбилейлы Еңеү көнө алдынан йыйылдыҡ. Һуғышта бөтә ил ҡатнашты. Саҡмағош районы тураһында һүҙ алып барғанда, ун меңдән ашыу яугир фронтҡа киткән. Алты меңе фронттан әйләнеп ҡайтмаған – һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған. Саҡмағош ере өс Советтар Союзы Геройын, Дан орденының тулы кавалерын бүләк иткән. Ошо көндәрҙә, махсус хәрби операция осоронда, Саҡмағош районы яугирҙәре үҙ бурысын лайыҡлы үтәй. Беҙ уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ.
Мәңгелек ут айырыуса әһәмиәткә эйә. Был хәтер һәм ихтирам, Еңеү символы булып тора. Һәммәгеҙҙе лә төп байрамыбыҙ – яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән ҡотлайым. Тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйем», — тине Радий Хәбиров.
«Еңеү утын һаҡлайбыҙ» акцияһында ҡатнашыусыларҙы телекүпер режимында Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев, Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, «Газпром» идараһы рәйесе урынбаҫары Сергей Хомяков, «Газпром межрегионгаз» йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Густов сәләмләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһы 21 февралдә Алтай Республикаһының Майма ауылында старт алды.
Саҡмағошта Мәңгелек утты ҡабыҙыу хоҡуғы Дан орденының тулы кавалеры Сәлихов Шәйхелислам Ғүмәр улының ҡыҙы Флүрә Сәлиховаға бирелде. Уның атаһы 334-се уҡсылар дивизияһының 407-се айырым разведротаһында разведчик булып хеҙмәт иткән. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Геройҙың исеме Еңеү паркындағы бюста һәм тыуған яғы Саҡмағош районының Иҫке Боҫҡаҡ ауылында мәңгеләштерелгән.
Уның менән бергә Мәңгелек утты Саҡмағош районының Ветерандар советы рәйесе Идгар Еникеев ҡабыҙҙы. Атаһы Еникеев Ғабдрахман Мөхәмәтәмин улы Волхов фронты составында Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнашҡан. Идгар Ғәбдерәй улы патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ретро-машиналар коллекционеры, Еңеү көнөнә автоуҙыш ойоштороусы һәм уның етәксеһе.